Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалға рәхмәт әйтке килә. Ул бәйгенең бағыусыһы булды. Аҡсалата ярҙам күрһәтте, еңеүселәргә «Ҡурай» исемле яңы китабын бүләк итте.
Был матур китап байрамы Белем көнөнә тап килде. Уның ошо лицейҙа уҙғарылыуы осраҡлы түгел, сөнки күп ҡатнашыусылар был белем усағынан ине. Ә еңеүселәрҙе ҡотларға, бүләк тапшырырға район китапханалар селтәре директоры Светлана Ғәлимова менән Ринат Камал үҙе килде.
Кемдәр иң-иңе булдымы? Оло Ыҡтамаҡ лицейынан II «А» синыфы уҡыусыһы Эльвина Зарипова менән VI «В» синыфы уҡыусыһы Полина Крючковалар! Ә V «Б» синыфынан Денис Ғәлиев икенсе урынға сыҡты.
Башҡа мәктәптәрҙән дә бүләкләнеүселәрҙе атап китәйек. Әләғәҙҙән IV синыф уҡыусыһы Валерия Коженкова – II урында, ә III урынды Дыуан-Мәсетленән V синыф уҡыусыһы Илшат Йосопов менән VII синыфтан Алина Рамаҙанова алды.
Зөлфиә ҠУЛОВА.