Матур йола буйынса быйыл да ҡалабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү–модулле китапханаһына барҙыҡ. Унда Ололар көнөнә саҡырылған хөрмәтле өлкән быуын кешеләрен байрамдары менән ҡотлап, матур шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап ҡайттыҡ. Балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән кескәй бүләктәрен тапшырғандан һуң ололарҙың йөҙҙәре тағы ла нурланып, балҡып китте, тупылдатып һөйөп-яратып, изге теләктәрен әйттеләр.
Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй шул: ни бары бер аҙ иғтибар һәм изге, саф йөрәк тә етә.
Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.