-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Октябрь 2023, 10:00

Ете йәшендә яҙыша башлаған

Ишембай этно-смарт китапханаһында “Гөлфиә Юнысованың шиғри донъяһы” менән таныштылар.

Ете йәшендә яҙыша башлаған
Ете йәшендә яҙыша башлаған

Драматург, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Балаларға уның тормошо һәм ижады менән танышыуы ҡыҙыҡ булды. Бәләкәй Гөлфиә 7 йәшлек сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған икән. Тәүге тапҡыр 13 йәшендә баҫылған.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының әҫәрҙәре 25 телгә тәржемә ителгән. Ә күпме йырҙар ижад ителгән уның һүҙҙәренә! Ҙурҙарға ғына түгел, кескәйҙәр өсөн дә йырҙары бар. Ә “Осоп булмай ҡанатһыҙ” музыкаль комедияһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры тарафынан сәхнәләштерелгән.

12-се лицей уҡыусылары сарала күп яңы мәғлүмәттәргә эйә булды. Шағирәнең китаптары менән таныштылар, шиғырҙарын тыңланылар.

Әйткәндәй, 18 октябрь баш ҡалала Гөлфиә Юнысованың "Рәхмәт, яҙмыш!" исемле шиғыр һәм йыр кисәһе була. "Башҡортостан" дәүләт концерт залына рәхим итегеҙ!

Фото: vk.com.

 

Ете йәшендә яҙыша башлаған
Ете йәшендә яҙыша башлаған
Ете йәшендә яҙыша башлаған
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: