-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
19 Октябрь 2023, 11:29

Әкиәт яҙҙылар

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҙыусы, журналист, тәржемәсе Гөлнара Мостафина менән осрашыу үтте.

Әкиәт яҙҙылар
Әкиәт яҙҙылар

Сараға 7-се мәктәптең V һәм VI синыфы уҡыусылары башҡорт теленән белем биреүсе Илүзә Рәфил ҡыҙы Яҡшыбаева етәкселегендә килгәйне. Балалар бигерәк ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты, Гөлнара Дамир ҡыҙына һорауҙар яуҙырҙылар ғына. Иң ҡыҙығы бергәләп әкиәт уйлап сығарыу булды. Дуҫтар, уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

УРМАНДА

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың Айгизә исемле ҡыҙҙары, Айрат исемле малайҙары һәм Шарик тигән эттәре менән Барсик тигән бесәйҙәре лә булған. Шарик менән Барсиктың урамда нимә бар икәнен белгеһе килгән. Улар шым ғына урманға сығып киткән. Өйҙәре урманға яҡын ғына булған. Әйтһәк, беҙҙе урманға ебәрмәҫтәр, тип, хужаларына өндәшмәгәндәр. Беҙҙең йөрөп ҡайтҡанды белмәҫтәр ҙә, тип уйлағандар.

Әммә Шарик менән Барсик ҙур урманда аҙашҡан. Төн еткән. Улар ҡурҡҡандар. Шул ваҡыт уларҙың ҡаршыһына Айыу килеп сыҡҡан.

– Һеҙ кем? Бында нимә эшләп йөрөйһөгөҙ? – тип һораған ул.

Эт менән бесәй барыһын да һөйләп бирә. Айыу тәүҙә уларҙы ашарға уйлай ҙа, аҙаҡ йәлләй.

– Ярай, әйҙәгеҙ минең өңөмә, иртәнсәк ҡайтырһығыҙ, - тип алып ҡайтып китә.

Ә өйҙә, Шарик менән Барсиктың юҡ икәнен белгәс, ныҡ ҡайғыралар. Бабай мылтығын алып, Айрат менән Айгизәне эйәртеп, урманға сығып китә. Йөрөй торғас, Айыуҙың өңөнә барып сығалар. Бабай мылтығын ала ла Айыуға атырға уйлай. Шул мәл эт менән бесәй күреп ҡала.

– Теймә! Айыу һәйбәт! Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! - тип ҡысҡырып ебәрәләр.

Бабай, уларҙың барыһын да тыңлап сыҡҡандан һуң, Айыуҙан ғәфү үтенә һәм рәхмәт әйтә. Бал бүләк итә.

Шарик менән Барсик ҡыуана-ҡыуана хужаларына эйәреп ҡайтып китәләр.

 

 

Әкиәт яҙҙылар
Әкиәт яҙҙылар
Әкиәт яҙҙылар
Әкиәт яҙҙылар
Әкиәт яҙҙылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: