-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
28 Ноябрь 2023, 12:00

Беренселәр – беренсе тапҡыр китапханала

Көҙгө каникулдан һуң I синыф уҡыусылары беҙҙең китапханаға экскурсияға килде. Мин һәр китаптың үҙ ғаиләһе, өйө, ата-әсәһе, исеме, тыуған йылы барлығы тураһында һөйләнем. Шулай уҡ «Балалар мөйөшө», «Китап тирмәһе», «Һаулыҡ мөйөшө»ндә урын алған төрлө китаптар, «Ирҙәр ҡоро» тарафынан бүләк ителгән «Йәншишмә» гәзите, «Аҡбуҙат» һәм «Аманат» журналдары менән таныштырҙым.

Беренселәр – беренсе тапҡыр китапханала
Беренселәр – беренсе тапҡыр китапханала

Уҡытыусы һәм остаз, Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылдарына бағышланған китаптар күргәҙмәһенә лә байҡау яһаныҡ. Балалар айырыуса уҡытыусы һөнәре хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Осрашыу һуңында кес­кәйҙәргә «Китапты дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре», «Китап ни­сек тыуа» тигән буклеттар һәм бүләктәр бирелде. Улар­ға осрашыу бик оҡшаны. Хәрефтәрҙе танып-белеү менән китапханаға йөрөйәсәктәрен белдерҙеләр.
Килегеҙ, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Бергәләп китаптар, гәзит-журналдар уҡырбыҙ!


Гөлфиә ШӘЙХЕТДИНОВА,
китапханасы.
Белорет районы,
Манышты ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: