-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
21 Февраль , 14:00

"Илешем – тыуған яғым"

Йәш быуынды илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереү – беҙҙең моделле балалар китапханаһының мөһим йүнәлештәренең береһе. Сөнки кешелектең киләсәге, Ватан яҙмышы, ғаилә бә­хете баланың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле.

"Илешем – тыуған яғым"
"Илешем – тыуған яғым"

Шул маҡсатта районыбыҙҙың барлыҡҡа килеү көнөнә арнап ҡунаҡҡа Үрге Йәркәйҙәге гимназияның VI синыф уҡыусыларын «Илешем – тыуған яғым» кисәһенә саҡырҙыҡ. Әйткәндәй, Светлана Хәниф ҡыҙы Фәйзрахманова етәкләгән синыф Шайморатов исемен йөрөтә. Осрашыуға район тарих музейының өлкән фәнни белгесе Гөлназ Марат ҡыҙы Гәрәева ла килде. Ул Илештең тарихы, билдәле шәхестәре ха­ҡында һөйләне, тәбиғәт һәйкәлдәре менән таныштырҙы.
Балаларға викторина һорауҙары ла әҙерләгәйнек. «Беҙҙең яҡтың үҫемлектәре ниндәй сиргә дауа?», «Хайуандар донъяһы», «Тарихыңды беләһеңме?», «Арҙаҡлы шәхестәребеҙ» темаларына төплө һәм тапҡыр яуаптары менән һөйөндөрҙөләр. Киләсәктә шайморатовсылар үҙ иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ.

Г. МӘҒӘНӘБИЕВА.
Илеш районы.

"Илешем – тыуған яғым"
"Илешем – тыуған яғым"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: