-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
27 Март 2024, 16:00

Рәссам менән осрашыу

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығын 5-се лицейҙың V “Д” синыфы уҡыусылары менән бергә асып ебәрҙек. Улар беҙҙең китапханаға рәссам Олег Кайбышев менән осрашыуға килде.

Рәссам менән осрашыу
Рәссам менән осрашыу

Олег Ринатович үҙенең бала сағы һәм ҡасан һүрәт төшөрөү менән мауыға башлауы хаҡында һөйләне. Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған икән. Уҡыусылар үҙҙәре өсөн яңы сәнғәт төрөн – муралды асты. Архитектура ҡоролмаларына төшөрөлгән һүрәт шулай атала. Рәссамға һорауҙар яуҙы ғына: йорт диуарҙарындағы портреттарға күпме буяу китә, ниндәй материал ҡулланыла, Өфөлә стрит-артҡа ҡайҙа өйрәнергә була...

Балалар баш ҡалала Юрий Гагарин, Муса Гәрәев, Наталья Ковшованың ҙур портреттарын төшөргән рәссам Олег Кайбышев менән танышыуға ныҡ шат булды.

 

Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,

22-се балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Рәссам менән осрашыу
Рәссам менән осрашыу
Рәссам менән осрашыу
Рәссам менән осрашыу
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас