+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китаптар менән дуҫ булырҙар!

Төрөмбәт мәктәбенең I синыф уҡыусылары өсөн ауыл китапханаһында бик матур сара үтте. Балаларҙы китап уҡыусылар сафына алдылар.

Китаптар менән дуҫ булырҙар!
Китаптар менән дуҫ булырҙар!

Дилбәр Айҙар ҡыҙы уҡыусыларға китаптарҙың паспорты – картотека, китаптарҙың кәштәләрҙә нисек урынлашыуы тураһында һөйләне, иң ҙур һәм иң бәләкәй, иң ҡалын һәм иң йоҡа китаптарҙы курһәтте. Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирҙе, йомаҡтар систе. Матур биҙәкле китаптарҙы алып уҡып та алдылар, һүрәттәрен ҡаранылар. Ә һуңынан үҙҙәренә оҡшаған китаптарҙы өйгә уҡырға алдылар.

Китапханасы Дилбәр Айҙар ҡыҙына шундай матур саралар үткәреп тороуы өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Ынйы ВӘЛИТОВА, II синыф укыусыһы.

Ауырғазы районы.

 

Китаптар менән дуҫ булырҙар!
Китаптар менән дуҫ булырҙар!
Китаптар менән дуҫ булырҙар!
Китаптар менән дуҫ булырҙар!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: