-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кем сәмләнеп уйнаны

Ауыл китапханаһы күтәрмәһенә һөйәп ҡуйылған бер нисә велосипедты күргәс, әһә, турнир ҡыҙыу булмаҡсы, тип уйлап ҡуйҙым. Ысынлап та, шашка һәм шахмат уйнарға балалар ҙур теләк менән йыйылғайны. Китапханасы апайҙары Сулпан Жәүҙәт ҡыҙы Камалова бәйге үтәсәге хаҡында алдан хәбәр иткәйне бит.

Һәр кем сәмләнеп уйнаны
Һәр кем сәмләнеп уйнаны

Шашка уйнай белеүселәр байтаҡ икән. Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй, уйынсыларҙың йә береһе, йә икенсеһе мәрәйҙәр һаны буйынса алға сыға. Ниһайәт, еңеүселәр билдәле! Ҡыҙҙар араһында тәүге урында – Рания Фазлетдинова, икенселә – Гөлмәрйәм Камалова, өсөнсөлә – Динә Мөхтәрова. Малайҙарҙан беренселеккә Дияр Фазлетдинов сыҡһа, икенсе урынды Илдар Шәйхетдинов яуланы. Өсөнсөнө Радим Ғөбәйҙуллин менән Данил Шәйхетдинов бүлеште.
Шахмат буйынса бәйге лә көсөргәнешле барҙы, сөнки һәр кем сәмләнеп уйнаны. Уйынды күҙәткән Урал ағайҙары мәрәйҙәрҙе теркәп барҙы. Шулай итеп, тағы ла Дияр Фазлетдинов көслөрәк булып сыҡты, Айҙар Йәғәфәров унан саҡ ҡына ҡалышты. Өсөнсөлә – Илдар Шәйхетдинов.
Балалар приздар алып бер ҡәнәғәт ҡалһа, Сулпан апайҙары әҙерләп ҡуйған туңдырма һәм һут менән һыйланып, тағы ла нығыраҡ шатланып ҡайтып китте.


Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Учалы районы,
Мәҫкәү ауылы.

 

АВТОР фотолары.

 

Һәр кем сәмләнеп уйнаны
Һәр кем сәмләнеп уйнаны
Һәр кем сәмләнеп уйнаны
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: