-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йәйен дә китапты онотмайҙар

Йәмле йәй үтеп бара. Быйыл­ғыһы ла беҙҙең китап һөйөүселәр өсөн файҙалы һәм күңелле булды. Нимәһе менән иҫтә ҡалдымы? Беренсенән, бөйөк шағир Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған сара гөрләп уҙҙы. Программала төрлө уйындар һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡаралғайны. Ихлас ҡатнашты дуҫтарыбыҙ.

Йәйен дә китапты онотмайҙар
Йәйен дә китапты онотмайҙар

Икенсенән, байрамдарға бағышланған кисәләргә лә уҡыусыларыбыҙ күп килде. Өфөнөң 450 йыллығы бул­һынмы, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөмө – һәр береһен мауыҡтырғыс ойошторорға тырыштыҡ.
Өсөнсөнән, социаль селтәрҙә балалар менән әүҙем эш алып барабыҙ. Беҙ унда Өфөлә йәшәп йә эшләп киткән билдәле кешеләр хаҡында видеояҙмалар урынлаштырабыҙ. Мәҫәлән, әҙәбиәт белгесе Морат Рәхимҡолов, цирк артисы Янина Жеймо, лётчик-космонавт Владимир Комаров, опера йырсыһы Фёдор Шаляпиндар хаҡында күп нәмә белергә була. Тарихи фотолар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыу­ҙыра.
Конкурстар ҙа үткәреп торабыҙ. «Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ», «Мәҙәни шәмбе», «Йәй һәм китап»... Барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Уҡыусыларыбыҙҙың әүҙемлеге шатландыра.

Алина СӘЛИХОВА, Морат Рәхимҡолов исемендәге 17-се балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.

Йәйен дә китапты онотмайҙар
Йәйен дә китапты онотмайҙар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: