Дөрөҫ, һыуһар. Был изге күңелле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта хәйләкәр ҙә хайуанҡай ҡала гербында Өфөнөң тәбиғәт байлығын күрһәтә.
Баш ҡалабыҙҙың юбилейына арнап беҙҙең китапханала үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Балаларға һыуһар һүрәте төшөрөлгән асылмалар таратылды. Кескәйҙәр уларҙы теләгәнсә буяны, биҙәне. Бөтәһе лә тырышып эшләне.
«Һыуһар – Өфө символы» оҫталыҡ дәресе балалар араһында дуҫлыҡты нығытты, ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Матур асылмаларҙы иҫтәлеккә алып ҡайттылар.
Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА,
22-се балалар моделе китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.