-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
27 Сентябрь , 19:21

Әкиәттә ҡунаҡта

Беҙ 5-се лицейҙың II синыф уҡыусыларын мауыҡтырғыс әҙәби сәйәхәткә саҡырҙыҡ.

Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта

Иң тәүҙә алып барыусылар балаларҙы китапхана менән таныштырҙы, яҙылыу тәртибе тураһында һөйләне. Кескәйҙәр «китапхана» һүҙенең ике өлөштән тороуын һәм ул «китап өйө» тигәнде аңлатҡанын белде
Уҡыусылар бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туп­ланы. Улар урыҫ халыҡ әкиәттәрен иҫкә төшөр­ҙө, йомаҡтар систе. Әкиәт донъяһында балаларға иң оҡшағаны «Тылсымлы кәрзин» уйыны булды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре бер әйбер күрһәтә, уның ниндәй әкиәт геройыныҡы икәнен белергә кәрәк. Кес­кәй­ҙәр һорау­ҙарға дөрөҫ һәм тиҙ яуап тапты.
Һуңынан «Йәнһүрәт-викторина» музыкаль уйыны булды, ролдәргә бүленеп, «Шалҡан» урыҫ халыҡ әкиәтен дә сәхнәләштерҙеләр. Тамаша бик күңелле һәм дәртле килеп сыҡты. Балаларға әҙәби сәйәхәт ныҡ оҡшаны.

Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА, 22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.

Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: