-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ"

Аяуһыҙ һуғыш тамамланыуға бик күп йылдар үтеп китһә лә, был ҡурҡыныс һәм афәтле осорҙо бер кем дә бер ҡасан да онотмаҫ. Ул халыҡ хәтерендә мәңге ҡалыр. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 80 йыл!

"Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ"
"Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ"

Балаларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсатында 22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре Лена Рәшидова 292-се балалар баҡсаһы бәләкәстәренә “Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ” сараһын үткәрҙе. Осрашыу өсөн билдәле яҙыусы һәм тарихсы Сергей Алексеевтың «Зоя» хикәйәһе һайланды. Китапханасы һуғыш тураһында, өлкәндәр менән тиң рәүештә Тыуған ил именлеге өсөн ҡурҡыу белмәгән һуғыш балалары хаҡында һөйләне. Балалар менән бергәләп Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хөрмәтләү, иҫкә алыу кәрәклеге тураһында фекер алышты. Был әңгәмә балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемдәрен арттырҙы, ауыр, күп юғалтыуҙар аша Еңеү яулаған илебеҙ, халҡыбыҙ менән ғорурланыу хисе уятты.

 

Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА, 22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.

Өфө ҡалаһы.

"Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ"
"Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ"
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас