-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
2 Июнь 2025, 15:30

Китапхана үҙенә саҡырып торғандай

Бөгөн дә донъяны китапханаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Бигерәк тә ауыл ерендә. Ул йәштәрҙе, уҡыусыларҙы  – һәр береһен үҙенә саҡырып торғандай.

Китапхана үҙенә саҡырып торғандай
Китапхана үҙенә саҡырып торғандай

Ишмырҙа ауыл китапханаһынан да халыҡ өҙөлмәй. Унда китапханасы булып редакциябыҙҙың тоғро дуҫы Ләлә Тәлғәт ҡыҙы Теләүсина эшләй. Заман бергә атлаған был йорт хужаһы төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштороп тора.

Беҙҙең гәзитебеҙҙе таратыуҙа ла даими эш алып бара. Уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙар, күңелле кисәләр үткәрә.

Ләлә Тәлғәт ҡыҙы – ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә әүҙемлек күрһәтәләр. Ошо китапханаға йыйылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға маскировка селтәрҙәре үрәләр, балалар менән хаттар ҙа яҙалар.

Өлгөлө хеҙмәте өсөн Ләлә Тәлғәт ҡыҙына «Иң яҡшы китапханасы» тигән исем дә алған. Үҙен Почёт грамоталары һәм Рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләгәндәр.

Яңыраҡ Китапханасылар көнө булды. Ләлә Теләүсина һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар һәм беҙҙең дуҫыбыҙ булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Баймаҡ районы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас