-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
24 Июнь 2025, 20:51

Иң бәләкәй күргәҙмә — иң ҙур тәьҫорат!

Алһыу Хаммат ҡыҙының «Китап» магазинында үткән күргәҙмәһе иҫ киткес булды!

Иң бәләкәй күргәҙмә — иң ҙур тәьҫорат!
Иң бәләкәй күргәҙмә — иң ҙур тәьҫорат!

Алһыу апай — яҙыусы Яныбай Хамматовтың ейәнсәре. Ул үҙ ҡулдары менән мөғжизәле донъя яһаған: бында бәләкәс өйҙәр, һүрәтле ҡурсаҡтар, хәтта бәләкәй ҡаҙан менән самауыр ҙа бар. Әммә улар ябай ғына түгел — улар фотошопһыҙ, тәбиғи күренештәрҙе сағылдырған фотоһүрәттәр.
Күргәҙмә башында Алһыу Хамматованың туғандары, дуҫтары ҡотланы. Барыһы ла тик уңыштар ғына теләне.
Күргәҙмәлә һәр әйбер шул тиклем ентекләп эшләнгән, хатта күҙҙәр ышанмай, һоҡландырғыс.
Ваҡыт үтеү менән кескәй хыялдар ҙур ижадҡа әүерелә ул.

Зилиә САФИНА.

 

Автор фотолары.

Иң бәләкәй күргәҙмә — иң ҙур тәьҫорат!
Иң бәләкәй күргәҙмә — иң ҙур тәьҫорат!
Иң бәләкәй күргәҙмә — иң ҙур тәьҫорат!
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас