-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
14 Октябрь 2025, 14:30

Китапханала – Ҡурай көнө

Башҡортостанда билдәләнгән Ҡурай көнө үҙенсәлекле башҡорт музыка ҡоралын һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн мөһим ваҡиға булып тора. 2024 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылған был байрам ҡурайҙың башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы символы булыу әһәмиәтен билдәләүгә йүнәлтелгән.

Китапханала – Ҡурай көнө
Китапханала – Ҡурай көнө

Өфө ҡалаһының 30-сы моделле балалар китапханаһында уҙғарылған «Ҡурайҙың тылсымлы тауыштары» музыкаль сараһында ҡатнашыусылар башҡорт милли уйын ҡоралының бай тарихына тәрәнерәк төшөнә алды.

Балалар туған төбәктең символикаһы һәм иҫтәлекле урындары хаҡында белде. Улар “Башҡорт ҡурайын нисек эшләү” тураһында видео караны, Республикабыҙҙың билдәле ҡурайсылары башҡарыуында халыҡ көйҙәрен тыңланы, “Ҡурай тураһында легенда” менән танышып, конкурстарҙа ҡатнашты һәм викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Сарала «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» китап күргәҙмәһе ойошторолдо, унда тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса китаптар тәҡдим ителде.

Роза МАРКИНА, китапханасы.

 

Китапханала – Ҡурай көнө
Китапханала – Ҡурай көнө
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас