-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
23 Октябрь 2025, 10:32

Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар ҙа дуҫ була

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулды.

Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар ҙа дуҫ була
Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар ҙа дуҫ була

Ошо әһәмиәтле көн хөрмәтенә Өфө ҡалаһының 30-сы моделле балалар китапханаһында Мостай Кәрим һәм Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың ижадына арналған әҙәби сәйәхәт үтте. Сарала ҡатнашыусылар шағирҙарҙы күп йыллыҡ ныҡлы дуҫлыҡ бәйләгәнен белеп ҡалды. Уларҙың ижады Рәсәй халыҡтары дуҫлығының символына әүерелә.
Осрашыу дауамында Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатовтың билдәле шиғырҙары яңғыраны: «Рус түгелмен, ләкин россиян мин», «Дуҫтарҙы һаҡлағыҙ», «Торналар»... Сара аҙағында ҡунаҡтар үҙҙәренең яҡын дуҫына хат яҙҙы. Был хаттарҙа улар иң ихлас хистәре менән уртаҡлашты һәм дуҫлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.

Роза МАРКИНА, китапханасы.

Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар ҙа дуҫ була
Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар ҙа дуҫ була
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас