-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
14 Февраль , 14:30

Интернет: файҙалы ла, хәүефле лә

Тап ошоно аңлатыу маҡсатында "Юлаевсы" үҫмерҙәр клубында шөғөлләнеүселәр өсөн осрашыу үткәрҙек.

Интернет: файҙалы ла, хәүефле лә
Интернет: файҙалы ла, хәүефле лә

Беҙҙең китапхана хеҙмәткәре балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Интернет, ысынлап та, күп файҙалы мәғлүмәт бирә. Әммә ҡайһы берҙәр селтәр һиҙгәндә самаһын онота, төрлө мутлашыусылар ҡулына эләгеүе лә бар. Белмәгән кеше дуҫлыҡ тәҡдим итһә, ни эшләргә? Антивирус программаһын нисек ҡулланырға? Бөтә һылтанма аша ла үтеү кәрәкме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡ ҡына яуаптар алды балалар һәм үҫмерҙәр. Интернетты белеп ҡулланыу кәрәк икән, тигән һығымтаға килделәр. 

Анна ЕГОШИНА, 38-се китапхана мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас