Раушания ҒИБӘҘӘТОВА, баш библиограф:
– Милли китапханаға килеп инеү менән кәрәкле китаптарға төп юл күрһәтеүсе булып мәғлүмәт һәм белешмә-библиография бүлеге тора. Ул иң боронғо бүлек һанала: асылыуына – 92 йыл. Библиография үҙәге – китапхананың «мейеһе». Бындағы хеҙмәткәрҙәрҙе «библиограф» тип атайҙар. Библиограф уҡыусыларға мәғлүмәт табырға ярҙам итә, бының өсөн ул махсус аппарат ҡуллана. Хеҙмәткәр шулай уҡ яңы килгән китаптар, журналдар менән танышып, уларҙы каталогка индереп ҡуя. Дөйөм алғанда, был бүлектә китаптарҙан һәм интернет селтәренән мәғлүмәт эҙләү, библиографик консультациялар уҙғарыу, электрон почта һәм телефон аша һорауҙарға яуап биреү, башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә библиографик белешмәләр сығарыу хеҙмәте башҡарыла.
Библиографҡа иғтибарлылыҡ, эшкә ижади ҡараш талап ителә. Үҙеңде китапханаға йөрөүсе урынына ҡуйып ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, китапханаға килһәм, ошо мәғлүмәтте мин нисек эҙләр инем? Был алым библиографҡа тулы мәғлүмәт йыйырға ярҙам итә. Ул белемле булырға, һүҙ байлығын арттырып торорға, ә бының өсөн төрлө гәзит-журнал уҡырға тейеш.