Был китаптарындағы тыуған яҡтың гүзәллегенә һоҡланыу, матурлыҡҡа ынтылыу, донъя йәмен күрә белеү, тирә-йүндә йәшәгән барлыҡ йән эйәләренә ҡарата шәфҡәтле булыу серҙәрен асҡан әҫәрҙәре тураһында һөйләнеләр, ҡайһыларын уҡып та ишеттерҙеләр. Екатерина Николаева оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе: сыуаш орнаменттарын ҡулланып, бетеү яһанылар.
Икенсе көндө билдәле яҙыусылар Салауат Вәхитов, Алла Кузьмина, Диана Ибраһимова, Светлана Чураева килде.
Салауат Вәхитов үзенең «Павлычев әкиәттәре» тип аталган яңы китабы менән таныштырҙы, ә Алла Кузьмина әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.
«Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, яҙыусы, шағирә, драматург, тәржемәсе Светлана Чураева үзенең «Шүрәле» романы хаҡында һөйләп үтте. Был әҫәре өсөн ул Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреты исеменә лайыҡ булған икән! Балалар «Бельские просторы» журналы бик күп конкурстар үткәргәнен дә белделәр.
Китапханабыҙға тиҙҙән халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншин һәм фэнтезиҙар авторы Гөлшат Абдеева киләсәк. Уларҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Минск ҡалаһынан Екатерина Залесская менән онлайн осрашыу ҙа планлаштырылған.
Һеҙ ҙә килегеҙ!
Роза МАРКИНА, Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасылар.
Өфө ҡалаһы.