«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»

Хәйбулла балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Балалар китабы аҙналығын асыу тантанаһы үтте. Ул «Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина» тип аталды.

«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»

Сараға Аҡъяр ауылы мәктәптәренән өсөнсө синыф уҡыусылары, шулай уҡ иң әүҙем китап уҡыусылар, иң әүҙем синыф саҡырылды.

Балалар китабы аҙналығы – ул бөтә китап уҡыусы балалар, шулай уҡ нәшриәтселәр һәм китапханасылар өсөн оло байрам. Ул балалар һәм үҫмерҙәрҙә китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән үткәрелә.

Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Быйылғы аҙналыҡ тап берҙәмлек йылына арналды.

Тәүҙә китапхана мөдире Сания Зыя ҡыҙы балаларҙы китап аҙналығы  тарихы менән таныштырып үтте, ә Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова иң әүҙем уҡыусыларҙы бүләкләне.

Артабан ҡунаҡтар төрлө милләттәргә мауыҡтырғыс сәйәхәткә юлланды. Халҡы, тәбиғәте, милли кейеме, бейеүҙәре менән танышты. Мәҫәлән, татар милли уйынын уйнанылар, әкиәттәр буйынса төҙөлгән йомаҡтарға яуап бирҙеләр, төрлө милләт көйҙәренә бейенеләр һәм «Моя Родина»  йырына флешмоб башҡарҙылар.

Байрам балаларҙа дуҫлыҡ менән көслө булыу, башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеү; Тыуған илебеҙ Башҡортостаныбыҙға һәм ҙур Ватаныбыҙ бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү тойғоһо уятҡандыр, тип ышанабыҙ.

 

Гөлнур ТОРОМТАЕВА, китапхана хеҙмәткәре.

Хәйбулла районы.

 

«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
«Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина»
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас