Уҡыусылар мауыҡтырғыс сәйәхәттәр тураһында тыңлап ҡына ҡалманы, яҙыусының тәбиғәткә һәм мажараларға һөйөү менән тулы әҙәби әҫәрҙәренең нисек барлыҡҡа килеүен дә белде. Ҡунаҡ буш ҡул менән килмәгән. Яҙыусы алып килгән һәр экспонат уның ҙур тормошоноң бер өлөшө булып тора. Сөнки уның сәйәхәттәр географияһы һоҡландыра: донъяның 63 илендә булған!
Балалар саванна еҫен, тау бейеклеген һәм тоҙло океан елен хәтерләткән әйберҙәрҙе күрҙе. Камил Фәрухша улына география, әҙәбиәт һәм батырлыҡ дәресе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Яңы маршруттар һәм илһам теләйбеҙ.
Роза МАРКИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.