

Был конкурсты Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапхана ойошторҙы. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен уҡыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелде. Быйыл конкурс яҡташ яҙыусыбыҙ Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналды.
Эштәр өс номинацияла баһаланды һәм өсөһөндә лә Гран-приға 30-сы моделле балалар китапханаһы уҡыусылары лайыҡ булды.
Тамерлан Батухтин - “Һүҙ тылсымсыһы” (әҫәрҙәр, эсселар һәм хикәйәләр), Розалинда Плетосу “Аксаков әҫәрҙәре донъяһына сәйәхәт“ (мультимедиа проекттары, буктрейлерҙар һәм яҙыусының сюжеттарына нигеҙләнгән видеороликтар) номинацияһында еңде. Ә китапхана хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә ОВЗ тәрбиәләнеүселәр төркөмө "Ал сәскә" викторинаһы" тигән ҡулдан эшләнгән тактиль китабы өсөн бүләкләнде.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Китапҡа һөйөү – мәңгелек! Р
Роза МАРКИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.