

Сарала балалар «Урал батыр» эпосы геройҙары: ағалы-ҡустылы Шүлгән һәм Урал, ҡоштар батшаһы Самрау ҡыҙы Һомай, ҡанатлы ат Аҡбуҙат менән таныштылар. Эпоста ҡыйыу Урал батыр дейеүгә һәм аждаһаларға ҡаршы тора, улар уның Йәншишмәгә барыу юлын бөтә көстәре менән ҡапларға тырыша. Был алыштарҙан Ямантау һәм Янғантау барлыҡҡа килеүе телгә алына. Эпосҡа ярашлы, был тауҙар еңелеүсе дейеүҙәрҙе сағылдыра.
Сара аҙағында балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, «Ун айырма тап» уйынын уйнаны, шулай уҡ «Тыуған яҡ, һин - йырҙарҙа һәм легендаларҙа» китап күргәҙмәһе менән танышты.
Роза МАРКИНА, Евгения АКБАШЕВА, китапханасылар.
Өфө ҡалаһы.