

Балалар бер нисә уйында үҙҙәрен һынап ҡараны. “Өфө йомаҡтары”нда викторина һорауҙарына яуап бирһәләр, “Өфө белермәндәре” ярышында ҡаланың билдәле урындары төшөрөлгән пазл-һүрәттәрҙе йыйҙылар. Ә “Минең илем” тигәнендә Рәсәй символикаһын, төрлө милләт байрамдарын иҫтәренә төшөрҙөләр.
Иң һуңынан оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар гөлләмә яһаны. Һәр кем был көндә тыуған ҡалабыҙ, бөйөк Рәсәйебеҙ өсөн тағы берҙе ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер.
Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.