

Балаларға йомаҡтар ҡойҙоҡ, викторина һорауҙары бирҙек. Кескәйҙәр сәскәләр телгә алынған төрлө әҫәрҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.
Артабанғы уйын да ҡыҙыҡлы булды. “Нимә артыҡ?” тигән һорауға яуап табырға кәрәк ине. Һәр мәрәйгә ҡағыҙ сәскә биреп барҙыҡ. Һуңынан уларҙан сағыу гөлләмә йыйылды.
Иң көтөп алынғаны оҫталыҡ дәресе булғандыр. Балалар сәскәләр менән биҙәлгән рамка эшләп алып ҡайтты. Байрам күңелле үтте.
Анна ЕГОШИНА, 38-се китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы.