

Бында ете көн дауамында кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур теләк менән йөрөнө. Улар моделле китапхана эшенең нисек ойошторолоуы, мөмкинлектәре менән таныштылар. Кәштәләрҙә китаптарҙың нисек урын алыуы, үҙеңә кәрәклеһен эҙләп табырға еңел булһын өсөн нимәләрҙе хәтерҙә тоторға кәрәклеген дә белделәр. Иң мөһиме, китаптар менән һәр саҡ һаҡсыл эш итергә бурыслы булыуҙарын аңланы беренселәр. Шулай уҡ һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙенә оҡшаған китаптар ҡараштырҙы.
Китапхананың барлыҡ бүлмәләре буйлап экскурсия ла үткәрелде. Ә аҙаҡтан балалар тематик йәнһүрәт ҡарап кинәнде.
Сығанаҡ һәм фото: vk.ru/wall