+18 °С
Облачно
VKOKМакс
Китапхана эше йәнле
10 Сентября , 08:45

Белем донъяһына — китапхана аша

Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында  ата-әсәләре медицина өлкәһендә эшләгән беренсе синыф балалары өсөн ошондай исем аҫтында мәғлүмәт көнө үтте.

Белем донъяһына — китапхана ашаБелем донъяһына — китапхана аша
Белем донъяһына — китапхана аша

Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған сараның мөһим бер өлөшө, моғайын, вәғәҙә ҡабул итеү тантанаһы булғандыр. Кескәй дуҫтарыбыҙ ата-әсәләре һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренең алҡыштары аҫтында  «Беренсе синыф уҡыусыһы» тигән ғорур исемде лайыҡлы, намыҫлы йөрөтөргә һүҙ бирҙеләр. Шулай уҡ тырышып уҡырға, ҡыҙыҡһыныусан булырға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, китаптарҙы һаҡларға һәм һәр ваҡыт иптәштәренә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын да еткерҙеләр. 
Байрамдың Кесе Ватаныбыҙ менән танышыу өлөшөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар Башҡортостандың тарихы, үҙенсәлекле тәбиғәте тураһында мәғлүмәт алды. Тыуған ҡалабыҙ Сибайыбыҙ тураһындағы сағыу китаптарҙы айырыуса ҡыҙыҡһынып ҡараны улар. Һуңынан китапхана мөдире Р.З. Ҡунаева барыһын да уҡыу залында урынлашҡан тирмәгә саҡырҙы һәм ундағы экспонаттар тураһында һөйләне.
Сара аҙағында Сибай ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе, РФ атҡаҙанған профсоюз хеҙмәткәре, ҡала башҡорттары ҡоролтайындағы һаулыҡ һаҡлау һәм демография комиссияһы рәйесе
Марат Басир улы Шәрипов балаларға бүләктәр тапшырҙы.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Бәйләнештә"ге "Сибай башҡорттары ҡоролтайы" төркөмөнән. //vk.ru/wall

Белем донъяһына — китапхана аша
Белем донъяһына — китапхана аша
Белем донъяһына — китапхана аша
Белем донъяһына — китапхана аша
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас