+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Китапхана эше йәнле
23 Сентября , 07:25

Китапханала — ҡунаҡта

Өфөләге 161-се лицейҙың II "Б" синыфы уҡыусылары уҡытыусылары Лира Вәғиз ҡыҙы Ғәлләмова менән ҡаланың 19-сы балалар китапханаһында ҡунаҡта булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Китапханала — ҡунаҡтаКитапханала — ҡунаҡта
Китапханала — ҡунаҡта

Китапхана хеҙмәткәрҙәре икенселәр өсөн "Әкиәт белгестәре" тип аталған әҙәби-ринг әҙерләгәйне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ике командаға бүленеп, "Әкиәтте иң яҡшы белеүсе" исеме өсөн көс һынашты. Махсус темаға бағышланған мәҡәлдәрҙе  һанау, афоризмдарҙы белеү, әкиәт геройҙарын таныу, әкиәттәрҙә осраған тылсымлы әйберҙәрҙе атау кеүек мауыҡтырғыс һынауҙарҙы үтергә тура килде уларға. Береһенән-береһе уҙышып, сәмләнеп яуаптар ҡайтарған командалар араһындағы бәйге дуҫлыҡ еңеүе менән тамамланды. 

Уҡыусыларҙың күбеһе бында тәүге тапҡыр булғанлыҡтан, хеҙмәткәрҙәр китапхана буйлап сәйәхәт тә ойошторҙо. Абонементтың нимә икәнен аңлаттылар, китаптарҙың нисек урынлашыуын күрһәттеләр. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур кинәнес менән үҙҙәренә оҡшаған китаптар һайланы.

Күп мәғлүмәт биргән был фәһемле осрашыу барыһына ла оҡшаны. 

Фото: 161-се лицейҙың макстағы каналынан алынды.

Китапханала — ҡунаҡта
Китапханала — ҡунаҡта
Китапханала — ҡунаҡта
Китапханала — ҡунаҡта
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас