

- Йыр "Ялҡау малай" тип аталһа ла эштән бушамай бит был малай, - тим шаяртып.
- Ауылда эш күп бит, - тип ризалаша йыр һүҙҙәренең авторы Айгиз. Әйткәндәй, ул да гәзитебеҙгә яҙыша торғайны. Әле Төркиәлә белем ала. Ҡустылары менән каникулда эшен дә эшләйҙәр, ижад та итәләр. Йыр рэп стилендә яҙылған.
- Телефон аша Айбулат ҡустым менән дә кәңәшләштек. Смартфонға кәрәкле программалар ҡуйып, видеоны үҙебеҙ эшләнек, - ти егет. Айбулат Ҡарағоловты ла (KARABAY SSN) йырҙары аша беләһегеҙҙер әле, моғайын. Ә һәләтле йәш хәбәрсебеҙ Азамат Ҡарағолов үҙен оператор булараҡ танытты. Афарин!
Фото: "Бәйләнештә".