

Һөйгәнем, һин китмә,
Беҙҙең бәхеттәр алда.
Күңелемдә мәңге сыңлар
Һинең наҙлы тауышың.
Һөйөклөм, мин китмәм,
Бар кәртәләрҙе еңәм.
Ай-йондоҙҙар күктә һүнһә лә,
Мәңге мин һиңә тоғро ҡалам.
Һин китмә бер ҡасан,
Беҙ бергә – мәңгегә.
Күктә лә, ерҙә лә
Беҙ бергә – мәңгегә.
Булыр өй, баҡсаһы,
Булыр ҡыҙ – шатлығым.
Һуңынан булыр ул,
Булыр ул, улдарым.
Фото: vk.com