+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Клиптар
16 Марта 2023, 07:31

«Атай-әсәйҙәрҙе иҫән саҡта ҡәҙерләгеҙ...»

Видеояҙманың аҫтына шундай һүҙҙәр яҙылған. Уны «YouTube» каналында 5 меңгә яҡын кеше ҡараған. Атайҙарға бағышланған йырҙар һирәк. Рәхимә Вәлиуллина һүҙҙәренә Артур Күсимов менән Elvin Grey ижад иткән «Атай» йыры был клипта өр-яңыса яңғырай. Уны Алтынай Вәлитов һәм Арыҫлан Тимеров башҡара.

«Атай-әсәйҙәрҙе иҫән саҡта ҡәҙерләгеҙ...»«Атай-әсәйҙәрҙе иҫән саҡта ҡәҙерләгеҙ...»
«Атай-әсәйҙәрҙе иҫән саҡта ҡәҙерләгеҙ...»

 

Клиптың режиссёры – Ринат Мозафаров, продюсеры – Элина Ғәйнуллина, операторы – Илдус Сурин, төп ролдәрҙә – Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров, Линар Бәйетов, Гөлсәсәк Зарипова, «Яңылыҡтар»ҙы алып барыусы Флүрә Мурзина. Күмәк сәхнә актёрҙары – Ғәзиз Мөхәмәтов, Аҡъегет Вәлитов, Сынтимер Ишҡыуатов, Айтуған Айытҡолов, Илсур Абдуллин, Илүзә Вәлитова, Диана Вәкилова, Илнара һәм Илгенә Нафиҡовалар, Раушания Сәғитова.

 

Видео: https://www.youtube.com/watch?v=nQ8Z-yuEJJo

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас