

КЕЙЕК ҠАҘ ЮЛДАРЫ
Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре.
Гүзәлиә көйө.
Йәнем моңдар тулы,
Әйтер һүҙем ҡалды.
Бер мәлде барыһы
Юғалды, юғалды.
Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа,
Бөгөн һин ҡайҙарҙа?
Ҡайҙан эҙләйем һине,
Ҡояшта, айҙарҙа?
Кейек ҡаҙ юлдары,
Юғары, юғары.
Исемеңде ҡабатлап,
Һанайым йондоҙҙарҙы.
Үткәндән яуапты,
Беләмен, эҙләйһең.
Күп нәмә үҙгәрҙе,
Ниңә шуны һиҙмәйһең?
Мин – башҡа, һин – башҡа,
Теймә һин яҙмышҡа.
Күңелдәр оҡшаған
Яралы аҡҡошҡа.
Кейек ҡаҙ юлдары,
Юғары, юғары.
Исемеңде ҡабатлап,
Һанайым йондоҙҙарҙы.
Фото: vk.com
Видео: vk.com