Николай Расторгуев башҡарыуында ат тураһында йыр беренсе тапҡыр 1994 йылда сәхнәнән яңғырай. Севастополь ҡалаһында уҙған «Звёздный прибой» фестивалендә сығыш яһағанда «Любэ» төркөмө солисы хатта күҙ йәштәрен тыя алмай. Был йырҙың һүҙҙәрен Александр Шаганов, көйөн Игорь Матвиенко яҙған.Әлеге көндә ул Рәсәйҙең рәсми булмаған гимны һанала.
Ә беҙгә үҙенең яңы клибы менән бүлешкән Булат Пирғәлин - һәр яҡтан һәләтле шәхес. Учалы районының Комсомольск моделле мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе ул. Һәр байрамға бағышлап яңынан-яңы йырҙар ҙа ижад итә, клиптар ҙа төшөрә, фото төшөрөү менән дә мауыға, шаян шиғырҙар ҙа яҙа, йәш быуынды музыкаль яҡтан һәләттәрен дә асырға ярҙам итә. Ижади эштәре төрлө бәйгеләрҙә юғары урындар ҙа ала. Булат Марат улына артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!