+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Клиптар
4 Август 2023, 19:35

Рәхмәт егете Ринат Ғаззалов йырлай.

 Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан моңло тауышлы Ринат Ғаззалов башҡарыуында "Ҡышҡы романс"ты тыңлағыҙ, дуҫтар.

Рәхмәт егете Ринат Ғаззалов йырлай.
Рәхмәт егете Ринат Ғаззалов йырлай.

Был видео 5 - 6 йыл элек ауыл сәхнәһендә йырлағанында яҙҙырылған. Матур йырлай, шулай бит!? Һеҙҙең иғтибарға уның тураһында 2019 йылда "Йәншишмә"лә сыҡҡан мәҡәләне лә тәҡдим итәбеҙ.

 

 

Ринат Ғаззаловҡа – 12 йәш. VI синыфта уҡый. Республика йыр конкурстары лауреаты. Интернеттағы видеоларын ҡарап, аудиояҙмаларын тыңлап, ҡайһылай матур йырлай, тип үҙе менән яҡындан танышҡайным, ҡулынан килмәгән эше юҡ икән Ринаттың. Күҙ теймәһен: бик шәп егет үҫеп килә. Хәйер, яҙмышы ла үҙенсәлекле генә уның.

Атаһы яҡты донъянан китеп, әсәһе икенсегә тормошҡа сыҡҡас, Ринат ике йәштән өләсәһе менән олатаһында йәшәй башлаған. Ә улар Силәбе өлкәһендә донъя көткән була. Ейәндәре балалар баҡсаһына йөрөй. Шул саҡта уҡ сараларҙа өс куплетлы шиғырҙар ятлай. 3 – 4 йәшенән йырлай башлай. Өләсәһе менән олатаһы – Таңһылыу һәм Илшат Ғаззаловтар хаҡ­лы ялға сыҡҡас, тыуған ауыл­дарына – Әбйәлил районы Рәхмәткә ҡайта.   – Ринат ул саҡта урыҫса ғына һөйләшә ине. Уҡый башлағас, матур итеп башҡортса ла өйрәнде. Мәктәпкә барғансы уҡый-яҙа, 100-гә тиклем һанай белә ине. Бер ваҡыт беҙҙең менән йырлап ҡына һөйләшә башланы. Нимә әйтһәң дә, йыр менән яуап бирә бит әй. Шундай ҡыҙыҡ малай ул. Яратҡан фәндәре – математика, урыҫ теле. Район олимпиадаларында ла ҡатнашты. Шахмат уйнарға әүәҫ, ағайҙарының ҡаланан ҡайтҡанын көтөп кенә йөрөй инде, улар менән көс һынаша. Олатаһы менән 3 – 4-әр сәғәт ултыралар. Мәктәптә I урында булды. Ғөмүмән, спортты ныҡ ярата, саңғыла йөрөй, йүгерә, велосипедта, мотоциклда елдерә. Әле түҙемһеҙлек менән йәйҙе көтә: сөнки быйылдан ағайҙары техникаға ултыртырға вәғәҙә итә, – ти өләсәһе Таңһылыу апай.
Ринат бик ҡыҙыҡһыныусан, сәмле егет булып сыҡты. I синыфта уҡығанда уҡ бәйләргә өйрәнгән икән. Үҙенә шарф бәйләп алыу уға бер ни тормай! Өлгө алырға кәрәк, ҡыҙҙар! Өләсәһе – һөнәре буйынса ашнаҡсы, өйҙә гел бешеренә, Ринат та һәр саҡ янында. Бөтә ҡамыр ризыҡтарын да эшләшә. Бешерә белә, бутҡаларҙы үҙе генә әҙерләй. Кейем-һалымын таҙа ғына итеп йөрөтә, төймәләрен дә үҙе тағып ҡуя: «Былар миңә киләсәктә кәрәк буласаҡ», – ти буласаҡ һалдат.
– Былтыр мәктәпкә хеҙмәт уҡытыусыһы килгәйне. Дәрестәрен оҡшатты бит Ринат. Ағас­тан төрлө уйынсыҡтарҙы бик килештереп, оҫта итеп яһарға өйрәнде. Танк, самолёт, «Беларусь»… Шулар менән конкурста ла ҡатнашты. Һәр ваҡыт беҙҙең менән, нимә эшләһәк тә ҡарап, өйрәнеп йөрөй. Хатта һыйыр ҙа һауа минең ейәнем! Баҡса үҫтереү серҙәрен дә беҙҙең кеүек үк белә. Тышта эшләгәндә гел йырлап йөрөй. Шунан оло йәштәге күршеләребеҙ, ҡысҡырыбыраҡ йырла әле, ти. Сөнки Ринат йәшлек йырҙарын башҡара, олатаһы өйрәтә бит. «Сайҡалалар кәмәләр», «Имәндәр шаулай», «Тыуған ауылым», «Ҡышҡы романс»… Бәләкәй генә сағынан концертта «Әсәйемә» тигән йыр­ҙы йырланы. Хәсән Усманов та йырлай бит, уның менән дуҫлашып, минусовкаһын алдылар, – Таңһылыу апайҙың ейәне тураһында һөйләр һүҙе күп.
Эйе, ауылдаштары Ринаттың сығыштарын яратып ҡабул итә. Хоҙай тарафынан бирелгән талант, матур, моңло тауыш малайҙа. Әммә һәләтте лә ҡәҙерләргә, үҫтерергә кәрәк. Юғиһә, юғалып ҡалыуы бар. Ринат Ғаззаловтың бәхетенә, ауылға танылған йырсы Зилә Лира килә. Ҡустыһы ҡаты ауырып киткәс, Рәхмәткә барып йәшәргә тура килә уға. Клубҡа эшкә урынлаша. Ә Ринат концерттарҙа йырлай. Талантлы малай менән Зилә Мазһар ҡыҙы үҙе шөғөлләнә башлай. Вокал буйынса ғына түгел, хореография буйынса ла дәрестәр бирә. Йәш йырсы ҡанатланып китә, Зилә апаһын бик ярата, репетицияларға йүгереп бара. Бөтә өйрәткәнде тиҙ генә отоп алып, нәҡ уҡытыусыһы ҡуш­ҡанса үтәй. Дикция өҫтөндә лә эшләйҙәр. Йырсының һәр һүҙе аңлайышлы булырға тейеш. Ринаттың тыны оҙон, йыр­ҙы еренә еткереп баш­ҡара.
– «Сулпылар» йыр конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Һайлап алыу турына «Ҡышҡы романс»­тың яҙмаһын ебәрҙек. Өлкәндәр йыры бит инде, ә Ринат әле малай ғына. Уға, һин был йырҙы олатайың менән өләсәйеңә арнап йырла, уларҙың үткән ғүмерен күҙ алдына баҫтыр, тим. Йөрәгең аша үткәреп, кисереп, башҡарырға кәрәк. Матур итеп йырланы. Оҡшаттылар. I турҙа ла ошо уҡ йырҙы яратып баш­ҡарҙы. «Ирәндек моңдары» республика бәйгеһендә лә ҡатнашырға булдыҡ. «Үткән ғүмер», «Бер алманы бишкә бүләйек» тигән халыҡ йырҙарын әҙер­ләнек һәм Ринат III дәрәжәле диплом алды. «Сулпылар»ҙың II ту­рында «Ырыуыбыҙ – күбәләк» йырын башҡарҙыҡ. Ринат үҙен сәхнәлә иркен тоторға, бейеп йырларға ла өйрәнде. Конкурс­та I урын алыуына бик шатмын, – ти Зилә Мазһар ҡыҙы.
Хореография буйынса ла белеме булғас, остазы Рәхмәт ауылында эшләгән ваҡытта һәүәҫкәрҙәрҙе «Байыҡ» бейеү конкурсына ла әҙерләгән. Хатта XI синыф уҡыусыһы Ынйы Мансурова үткән йылда Гран-при­ға лайыҡ булды. Әммә Өфөгә ҡайтыр ваҡыт етә. Быға бөтә­һенән дә нығыраҡ Ринат бошона. Шунда уҡытыусыһы уның менән етди генә һөйләшергә ҡарар итә. Киләсәген йыр менән бәйләргә теләгән кешегә Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка интернат-гимназияһына уҡыр­ға инеү мөмкинлеге, музыкаль белемдең мөһимлеге тураһын­да әйтә. Йырсы булырға хыяллан­ған малай баш ҡалаға барып уҡырға ҡарар итә һәм имти­хандарҙы яҡшы биреп, теләге­нә ирешә. Уны, тыны оҙон бул­ғас, саксофон синыфына ал­ғандар. Фортепьянола уйнар­ға өйрәнеү мотлаҡ, бынан тыш, ҡурай, театр түңәрәктәренә йөрөй. Француз телен яратып өйрәнә, саксофонда итальян көйөн башҡара. Ринат урыҫ, инглиз телдәрендә лә йырлаясаҡ, Алла бирһә. Әйткәндәй, «Юлдаш» радиоһында ике йырының яҙмаһы бар. «Ҡыш­ҡы романс» һәм «Ырыуыбыҙ – күбәләк»те радио аша ишетә алаһығыҙ.
Әлбиттә, малай үҙе шаяртып әйткәнсә, бында һағынырға ла ваҡыт юҡ, яратҡан сәнғәт донъя­һына килеп эләгеүе менән бик бәхетле тоя ул үҙен. Яратҡан уҡытыусыһы Зилә Лира менән йыр буйынса шөғөлләнеүҙәрен дә дауам итәләр. Ринат Ғаззаловҡа яңынан-яңы бейеклектәр теләйбеҙ.

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.                   

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: