-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Клиптар
26 Июль , 13:11

"Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма"

Был йырҙы Ян Лира ла яратып башҡара. Сөнки бала сағы уҙған ауылға бағышлап яҙылған уның һүҙҙәре.

"Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма"
"Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма"

"Был йырҙың һүҙҙәрен әсәйемдең синыфташы, бала саҡ дуҫы, шағирә Айһылыу Ғарифуллина яҙған. Уҡыусы сағында уҡ ижад иткән. Шиғыр иң матур ауылға —  минең бала сағым үткән Бөрйән районы Мәһәҙейгә бағышланған",  —  тип яҙған Ян видеоһы аҫтына. 

Бөгөн — йома, алда — ял көндәре. Күптәр тәбиғәт шарттары насар булыуға ҡарамай, тыуған яғына, ата-әсәһе янына ҡайталыр. Кемдер — ауылда етемһерәп ҡалған ата йортона...

 Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма

 Артур Туҡтағолов көйө,
Айһылыу Ғарифуллина шығыры.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда,
Ауылымды сорнап аҡ мамыҡҡа,
Аҡ томандар йәйелеп ятҡанда.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә,
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Тонйорап ҡына ҡояш батҡанда,
Ал ебәк шәл булып, тау иңенә
Эңер күләгәһе ятҡанда.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә,
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Күҙ ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар,
Еләҫ елдә рәхәтләнеп кенә
Серем иткән саҡта киң ҡырҙар.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә,
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: