Ошо көндәрҙә унда үткән "Гимназия ынйылары" конкурсында бейеү буйынса Гран-при яулаған.
Был ҡатмарлы "Ҡара тауыҡ" бейеүен ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡмановтың сығышын ҡарап, үҙаллы өйрәнә башлаған. Шунан Мәләүездәге хореография буйынса уҡытыусыһы Зөмәрә Шәйәхмәтова аҙағынаса һалған.
Самирға уҡыуында һәм сәнғәт өлкәһендә уңыштар теләйбеҙ. Афарин!
Фото һәм видео ғаилә архивынан алынды.
Самир Латипов тураһында ошонда уҡығыҙ: https://yanshishma.com/articles/ural-batir-tokomdari/2022-09-02/m-l-ezde-sh-p-malayy-2933245