+3 °С
Облачно
VKOKTelegram
Клиптар
24 Ноября 2024, 12:19

Ҡобайырым — барлыҡ әсәләргә

Үҙем ижад иткән ҡобайырымды барлыҡ әсәләргә бағышлайым. Ер йөҙөндә иң ҡәҙерлеКеше бит ул — әсәйҙәр!Әсәйҙәр бит балаларыӨсөн янып йәшәйҙәр.

Ҡобайырым —  барлыҡ әсәләргәҠобайырым —  барлыҡ әсәләргә
Ҡобайырым — барлыҡ әсәләргә

Балам, тиеп өҙгөләнә,
Балам, тиеп ҡыуана,
Балам, тиеп хыяллана,
Балам, тиеп йыуана.

Иң яҡыны, иң уңғаны,
Иң оҫтаһы һәр кемгә!
Беҙҙең ҡәҙерле әсәйҙәр,
Ҙур хөрмәтебеҙ һеҙгә! 

Фото һәм видео: Зөлхизә Йосопова.

Зөлхизә ЙОСОПОВА,

Белорет районы,

Инйәрҙәге 2-cе мәктәп.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас