-12 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Клиптар
11 Апрель 2025, 17:30

Әсәйҙәр илап ҡалалар...

Дуҫтар, ҡайҙарға ғына юлдарға сыҡһағыҙ ҙа иҫән-һау йөрөгөҙ. Һеҙҙең иғтибарға - Заһир Иҫәнсуриндың үткән "Дәрүиш рухы" башҡорт рок-фестивалендәге сығышынан өҙөк.

Әсәйҙәр илап ҡалалар...
Әсәйҙәр илап ҡалалар...

 Наил Шаймарҙанов көйө

Илфаҡ Фәризов һүҙҙәре

Юлдарға сығам, юлдарға,

Ташлап донъяларымды.

Мин үҙем менән алырмын,

Әйткән доғаларыңды.

 

 
Юлдарға сығам, юлдарға,

Күҙем – ихаталарҙа.

Әсәйҙәр илап ҡалалар,

Беҙҙе оҙаталар ҙа.

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Йәмле таңдар атҡанда.

Изгелек теләп ҡаламын

Юлда осрағандарға.

 

 Юлдарға сығам, юлдарға,

Хәтәр заманаларҙа.

Йыраҡта кемдер ҡул болғай,

Томан араларында.

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Ташлап донъяларымды.

Мин үҙем менән алырмын,

Әйткән доғаларыңды.

Автор видеоһы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас