

Ошо матур, моңло йырҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле йырсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Нурзиә Сабитова башҡарыуында тәҡдим итәбеҙ.Ул — һәүәҫкәр композитор Вәғиз Сабитовтың ҡыҙы.
Клипты Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина тәҡдиме менән "Сәләм" телеканалы 2023 йылда төшөргән.
Ҡыҙыл ғына буйы – ҡыҙыл балан,
Ҡыҙыҡтырмаҫ тимә күңелде.
Тиреп кенә алған муйылдарым
Ҡулдарымдан төшөп түгелде.
Ҡыҙып-ҡыҙып сапҡан ҡола ҡашҡа
Иҙыратып үтте муйылды.
Ҡыҙарып та торған (бешкән), ай, баландар,
Татлыраҡ та һымаҡ тойолдо.
Ауыҙ ғынам беште баландарҙан,
Йөрәк кенәм янды утынан.
Алданыуҙар алдан йөрөй икән,
Айнығыуҙар килә һуңынан.
Йәшел генә саҡтар үткән инде,
Аҡһаҡал да әле түгелмен.
Ҡыҙыл ғына буйы баландары
Ҡыҙыҡтырмаҫ ҡабат күңелде.