+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Ҡулъяулыҡ»
27 Ғинуар 2023, 10:00

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

«Ҡулъяулыҡ» акцияһын иғлан итеү менән беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ, тел һағында тороусы әүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс синыфтар уҡытыусылары, уҡыусылар хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрөп, ихлас ҡушылды. Уларға рәхмәтебеҙ ҙур, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Шулай берҙәм, бергә булайыҡ. Әлдә һеҙ бар әле донъяла, тип ҡыуандыҡ. Акциябыҙ килеп сыҡты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн күп әйберҙәр йыйылды.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Бына кемдәр беҙгә акция үткәргәндә ярҙам итте: Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһынан Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова, Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова, Төрөмбәт мәктәбенән Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясова, Салауат районы Малаяз башҡорт гимназияһынан Индира Риф ҡыҙы Ҡазыханова, Лаҡлы мәктәбенән Зилиә Ильяс ҡыҙы Мөхөтдинова, Янғантау мәктәбенән Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина, Миәшәгәр мәктәбенән Миләүшә Рәжәп ҡыҙы Саҙретдинова, Арҡауыл мәктәбенән Лилиә Марс ҡыҙы Иҙрисова, Мөрсәлим мәктәбенән Юлиә Ансар ҡыҙы Дилмөхәмәтова, Малаяҙҙағы 1-се мәктәптән Гөлнур Рәүеф ҡыҙы Байрамғолова, Торналы мәктәбенән Зәйтүнгөл Ишморат ҡыҙы Рәжәпова, Тирмән мәктәбенән Лилиә Мырҙағаян ҡыҙы Йыһаншина, Лағыр мәктәбенән Гөлнур Закирйән ҡыҙы Садиҡова, Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенән Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, Туймазылағы 6-сы мәктәптән Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова, Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенән Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова, Иҫке Туймазынан Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина, Өйәҙетамаҡ мәктәбенән Мәрхәбә Әбделхәбир ҡыҙы Иғтисанова, Кәкребаш мәктәбенән Зилә Азат ҡыҙы Нуретдинова, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенән Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина, Баймаҡтағы 5-се мәктәптән Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова, Дыуан районы Мәсәғүт гимназияһынан Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы Байышева, Әлшәй районы Раевка гимназияһынан Рәмзиә Шәкир ҡыҙы Зарипова, Белорет районы Сермән мәктәбенән Зөлфиә Шамил ҡыҙы Хәтиуллина, Илеш районы Ишҡар мәктәбенән Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы Саҙретдинова, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенән Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова, Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова, Благовещен ҡалаһының 6-сы мәктәбенән Гөлнара Фридрих ҡыҙы Дәүләтбаева, Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан Әлфирә Әнүәр ҡыҙы Искәндәрова, 161-се лицейҙан Миләүшә Нурулла ҡыҙы Моратшина, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәнова, Гөлдәриә Хәйбрахман ҡыҙы Билалова, Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова, Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы Садиҡова, Борис Северинов исемендәге 19-сы мәктәптән Светлана Рәйес ҡыҙы Хәмитова, 42-се лицейҙан Лилиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Фәйзуллина, Салауат ҡалаһының мәғариф бүлеге туған телдәр буйынса методисы Сәриә Сәйфулла ҡыҙы Шәмсетдинова, Әбйәлил районы Яңы Балапан мәктәбенән Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы Зәйтүнова, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина, Байым мәктәбенән Әлфиә Бәхтийәр ҡыҙы Абдрафиҡова, Сибай интернат-гимназияһынан Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова, Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбенән Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Түлебаева, Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһынан Нәсимә Риф ҡыҙы Шәйәхмәтова, Дүртөйлө районы Әсән мәктәбенән Лариса Хәләф ҡыҙы Кәримова, шулай уҡ гәзитебеҙҙең ветерандары Зөбәржәт Миңлебаева, өс бағымсы табыусы Зөһрә Ҡотлогилдина, әйберҙе алыуҙа хәстәрләп йөрөүсе шағирә Гөлфиә Юнысова, хеҙмәт ветераны Фирҙәүес Ноғоманова, «Кызыл таң» гәзитенең хәбәрсеһе Зөһрә Исламова, Баймаҡтағы 4-се лицей, 5-се мәктәп уҡыусылары, Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһының тәрбиәүи эштәре буйынса директор урынбаҫары Разия Самандар ҡыҙы Матьяҡупова һәм уҡыусылары. Ә шағирә Ләйсән Кәшфигә доғалы бауырһаҡтар әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Хәҙер инде йыйылған әйберҙәребеҙ имен-аман барып етеп, яҡташтарыбыҙҙың күңелен йылытһын, кәйефтәрен күтәрһен ине.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: