+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Ҡулъяулыҡ»
14 Февраль 2023, 16:20

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!

Беҙ, V синыф уҡыусылары, етәксебеҙ Юлиә Ансар ҡыҙы Дилмөхәмәтова менән  “Ҡулъяулыҡ” акцияһына ҡушылдыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡәҙерле яугирҙарыбыҙға үҙ ҡулдарыбыҙ менән  ҡулъяулыҡтарға  ҡыҙыл сәскәләр сиктек.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!

Шулай уҡ йөрәк түренән сыҡҡан изге һүҙҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе хаттарға  яҙҙыҡ:

“Ҡәҙерле һалдаттар – Башҡортостан бөркөттәре! Бөгөн һеҙ, беҙҙең тыныс йоҡобоҙҙо, тәмле ризыҡтарыбыҙҙы, йәмле тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап, яу ҡырында йөрөйһөгөҙ, ҡара көстәргә ҡаршы ҡаһармандарса көрәшәһегеҙ. Беҙ, Салауат районы Мөрсәлим мәктәбенең V cиныф уҡыусылары, һеҙгә үҙ ҡулдарыбыҙ менән кескәй генә бүләк әҙерләнек. Аҡ туҡымаға нағышланған сәскә  – ул беҙҙең йөрәктәрҙән сыҡҡан һөйөү тойғоһо, рәхмәт билгеһе. Ҡәҙерле һалдаттар! Беҙ һеҙгә көс-ҡеүәт, сәләмәтлек, яу юлдарының еңел булыуын теләйбеҙ. Яуыз уйлыларҙы еңеп, иҫән-һау Тыуған илгә әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ”.

 

V cиныф уҡыусылары.

Салауат районы, Мөрсәлим мәктәбе.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: