+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Айнур ағай, һине көтәбеҙ!

Беҙ, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең III синыф уҡыусылары, декабрь айында үткәрелгән  "Һалдатҡа хат " акцияһына ҡушылғайныҡ.

Айнур ағай, һине көтәбеҙ!
Айнур ағай, һине көтәбеҙ!

Уҡытыусыбыҙ Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина менән бергәләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ағайҙарға өсмөйөшлө хаттар яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына мәктәбебеҙгә көтөлмәгән шатлыҡлы хәбәр килде. Самира Уразбахтина менән Рәсимә Фәйзуллинаның яҙған хаттары ауылдашыбыҙ Айнур Сынбулатов ағайға эләккән. Ул беҙҙең яҙғандарҙы фотоға төшөрөп, туғандары аша  рәхмәтен еткергән. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Иң мөһиме, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы бар ағайҙарға ла сәләмәтлек, сабырлыҡ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Беҙ һеҙҙе һағынып көтәбеҙ!

 

III синыф уҡыусылары. 

Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе.

Айнур ағай, һине көтәбеҙ!
Айнур ағай, һине көтәбеҙ!
Айнур ағай, һине көтәбеҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: