Самира Ураҙбахтина менән Рәсимә Фәйзуллинаның яҙған хаттары ауылдашыбыҙ Айнур Сынбулатов ағайға барып эләккән. Уларҙы уҡып, туғандары аша рәхмәт сәләме ебәргән. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Иң мөһиме, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы бар ағайҙарға ла сәләмәтлек, түҙемлек һәм иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе һағынып көтәбеҙ!
III синыф уҡыусылары.
Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе.