Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров «Башинформ»ға һөйләүенсә, акцияны башлау идеяһын «Туҡланыу үҙәге» проекты етәксеһе Ынйы Әхмәҙуллина тәҡдим иткән.
– Иң тәүҙә акцияға Шишмәнең 1-се мәктәбе коллективы ҡушылды. Мәктәптә ашнаҡсылар, уҡытыусылар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары бергәләп 20 килограмм һалма ҡырҡты. Планға ярашлы, акция райондың 12 ауылында үтәсәк. Шулай итеп, алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн 250 килограмм һалма әҙер булырға тейеш, – ти Ришат Мансуров.
Афариндар! Иң мөһиме, тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайтһын.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com