«Ҡәҙерле һалдат ағайҙар! Һеҙ – Башҡортостан бөркөттәре! Беҙҙең тыныс йоҡобоҙҙо, илебеҙҙе, йортобоҙҙо һаҡлап, яу ҡырында йөрөйһөгөҙ, ҡара көстәргә ҡаршы көрәшәһегеҙ. Бына әле һеҙгә үҙ ҡулдарыбыҙ менән кескәй генә бүләк әҙерләп һалдыҡ. Аҡ туҡымаға нағышланған сәскә – ул беҙҙең йөрәктәрҙән сыҡҡан һөйөү тойғоһо, рәхмәт билгеһе.
Ҡәҙерле һалдаттар! Беҙ һеҙгә көс-ҡеүәт, сәләмәтлек, яу юлдарының еңел булыуын теләйбеҙ. Яуыз уйлыларҙы еңеп, Тыуған илебеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ». Хаттарыбыҙҙа шундай юлдар бар.
V cиныф уҡыусылары.
Салауат районы, Мөрсәлим мәктәбе.