-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Луганскиҙа, Донецкиҙа булып ҡайтҡан

Гөлсәсәк Әлибаева – Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы ҡыҙы. Ул әле Өфө ҡалаһының "Башбланкиздат" предприятиеһының генераль директоры йөгөн тарта. Беҙҙең гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, ниндәй генә саралар ойоштормайыҡ, гел уның ярҙамын тоябыҙ. Изгелек акцияларында ҡатнашып, йыл да күп балалы ғаиләләргә гәзит-бүләктәр эшләп кенә тора.

Луганскиҙа, Донецкиҙа булып ҡайтҡан
Луганскиҙа, Донецкиҙа булып ҡайтҡан

Яңыраҡ ҡыйыу сая ханым Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында булып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға кәрәк-яраҡтар тапшырып ҡайтты. Алыҫ юлда Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы үҙенең шәхси автомобилендә барған. Башҡортостандан бергә сыҡҡан юлдаштарының автомобилдәрен даими рәүештә яғыулыҡ менән тәьмин итеп, уларҙы ашатыу мәсьәләләрен дә үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡ, аҙыҡтар тупланмаһын да яҡташыбыҙ үҙенең шәхси аҡсаһына һатып алған.

– 12 майҙа Луганск Халыҡ Республикаһының көнө билдәләнә. Беҙгә лә был мөһим сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Халыҡ Советы депутаттары Сергей Серов, Зинаида Наден менән осраштыҡ. Красный Луч ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөткән 29-сы мәктәпкә Башҡортостандан мәктәп автобусы асҡысын тапшырҙыҡ. Уны республикабыҙҙың «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле мобиль отряд командиры Тимерйән Рәжәпов тапшырҙы. Шулай уҡ һалдаттарға принтерҙар алып барҙыҡ.

Барып еткәс, бер өйҙө ҡуртымға алғайныҡ, шунда Таня тигән апай менән таныштыҡ. Ул – иҫ киткес кешелекле, ҡыйыу, йомарт күңелле кеше. Беҙҙең егеттәргә ныҡ ярҙам итә. Бар һалдаттарыбыҙ уға килә. Был апай улын һуғышта юғалтҡан икән. Һаулығы ҡаҡшаһа ла, һаман изгелек эшләүен дауам итә.

Тағы мәктәптәрҙә осрашыу мәлендә бер нәмәгә иғтибар иттем. Балалар мәктәпкә Георгий таҫмаһын, ғорурланып тағып бара. Уҡыусыларҙың шундай илһөйәрлек булып үҫеп килеүҙәре һоҡландыра. Шулай инде, улар 2014 йылдан алып һуғышты үҙ күҙҙәре менән күреп, йөрәк аша үткәргән бит. Урамдарҙа бер ир-заты юҡ, барыһы ла һуғышта. Тик ҡарт-ҡоролар ҙа ҡатын-ҡыҙҙар ғына күренә, – ти Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы.

Бына шундай ауыр һынау кисерә Луганск һәм Донецк халҡы. Әммә ныҡ торалар, бирешмәйҙәр.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: