Мәктәп етәксеһе Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева районда тәүгеләрҙән булып махсус операциялағы егеттәр өсөн дөрөҫ итеп маскировка селтәре үреүҙе ойоштороп ебәргәйне. Уның был инициативаһы юҡтан ғына килеп сыҡмай. Беренсенән, элекке уҡыусыһы, әлеге көндә махсус операцияла ҡатнашыусы Вилдан ярҙам һорай. Икенсенән, бер туған ҡустыһы ла шунда изге бурысын үтәй.
Миләүшә Азамат ҡыҙы технология кабинетына махсус станоктар эшләтеп ала, кәрәкле туҡымаларға заказ бирә. Бында кистәрен ауыл халҡы ғына түгел, дәрестән бушаған арала уҡыусылар ҙа селтәр үрә. Ярат мәктәбенә йөрөп уҡыусы Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылы балалары автобус килгәнгә тиклемге ваҡытын бушҡа әрәм итмәй. Еңеүҙе яҡынайтыу, яуҙағы ағайҙарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырыша улар. Кемеһелер туҡыма ҡырҡып, төргәк урай, кемеһелер селтәр үрергә оҫтарған.
Резеда УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.