Акцияға ата-әсәләр, педагогтар дәррәү ҡушылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп гуманитар ярҙам йыйылды: йыуыныу әйберҙәре, йылы ойоҡтар, кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Балалар иһә сағыу һүрәттәр төшөрөп, матур теләктәр теләп хат яҙҙы. Барыһын да һалдаттарға ебәрҙек.
Изге эштә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Ә инде яугирҙарыбыҙға еңеү менән һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Резеда МӨХӘМӘТШИНА,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.