-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һалдатҡа хат

Һаумыһығыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр, илһөйәр ағайҙар! Һеҙгә тыуған яҡтарығыҙҙан ялҡынлы сәләмдәр ебәреп хат яҙыусы Нәргизә булам.

Һалдатҡа хат
Һалдатҡа хат

Көн һайын тыныс таң ҡаршылайым, ҡыуанып мәктәпкә барып белем алып ҡайтам. Өйҙә атай-әсәйем көтөп тора. Аллаға шөкөр, атыу, шартлау тауыштары ишетмәйем. Былар барыһы ла – һеҙ һаҡта ныҡлы баҫып торғанға! Дәрестәрҙә һеҙҙең батырлыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ, гәзит-журналдарҙан уҡыйбыҙ.
Бәләкәй генә булһам да, илебеҙ­гә ниндәй ауыр һынау килгәнен аңлайым. Шакирйән Мөхәмәтйә­нов, Миңлеғәле Шайморатов, Та­һир Күсимов һымаҡ батыр баш­ҡорт ир-егеттәре тураһында күп кенә уҡығаным бар. Эйе, беләм, беҙҙең ата-бабалар борондан төрлө яуҙарҙа үҙҙәрен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ итеп күрһәткән. Һеҙ ҙә улар кеүек! Ғорурланам һеҙҙең менән!
Туғандарым араһында ла хәрби операцияла ҡатнашҡандар бар. Уларҙың барыһының да бәләкәй балалары үҫеп килә. Атайҙары өй­ҙә булмағас, үҙҙәренә ҡыйындыр инде. Буш ваҡыттарымда уларҙы өйөбөҙгә уйнарға саҡырам. Бергә­ләп шаярабыҙ, рәхәтләнәбеҙ генә.
Ағайҙар, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик ауыр һәм яуаплы, «ҡыҙыу нөктә»­ләрҙә үҙ ғүмерегеҙҙе аямай, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлайһы­ғыҙ. Һеҙгә сыҙамлыҡ, көс, ҡорос­тай һаулыҡ, тыуған яҡтарығыҙға еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Беҙ һеҙҙән яҡшы хәбәрҙәр генә көтәбеҙ.

Нәргизә ВӘЛИЕВА,
III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ҡаратал мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: